

Гөлнур Хөсәйенова тап алты йыл самаһы элек «Юшатыр»ға эшкә килгән ине.
- Мин студент саҡтан «Юшатыр»ҙа эшләһәм ине тип хыялландым, - тигәйне ул. Алдына алғанды ҡуя белмәй торған кеше, был маҡсатына ла иреште, беҙҙә эшләп алып китте.
- Һеҙ мине , ана, бар, ултыр тинегеҙ ҙә шунда уҡ эшкә ектегеҙ, - тип тә әйтте Гөлнур Әхмәт ҡыҙы. Йөҙөргә өйрәтәм тиһәң, көсөктө һыуға бәрәһең дә ҡуяһың, тигәнерәк мәғәнәлә яуап бирелгәйне. Ысыны шул, кешегә, әгәр ҙә уның зиһене, отҡорлоғо, таланты юҡ икән, хет тәүлектәр буйы аңлат – булмай. Ә Гөлнур (хәтәр кеше), әйтерһең, тиҫтәләгән йылдар журналистикала эшләгән, тотто ла йәбеште. Шәп китте эше. Һәр нимәне ярты һүҙҙән генә түгел, ҡараштан аңлаған бындай белгестәр ерҙә һирәк осрай. Етеҙлек тә ярайһы. Ҡыйыулыҡ та етерлек. Ошо алты йыл эсендә уның менән ҡайҙарҙа ғына йөрөмәнек, нимәне, кемде генә яҙманыҡ, ниндәй генә темаларға тотонманыҡ (хәбәрсе кеше – универсал булырға, һәр һөнәрҙе бик төптән белмәһә лә, һәр береһе тураһында аҙ-маҙ булһа ла белергә, аңларға тейеш). Әрләнгән саҡтар ҙа булды, әлбиттә (гәзитсе гел маҡталып ҡына йөрөһә, ул журналист түгел). Хатта беҙгә янағандар ҙа булманы түгел. Шөкөр, барыһы ла имен-аман үтеп китте, хәҙер барыһы хаҡында көлөп кенә иҫкә алабыҙ.
Ул киткәндә иланы. Беҙгә башҡа маҡтау, данлау һүҙҙәре кәрәкмәй, Гөлнурҙың ошо күҙ йәштәре барыһы тураһында асыҡ һөйләне – эшен яратҡан, уға бирелгән кеше һәм беҙ ҙә ерле юҡҡа, ваҡыт әрәм итеп ултырмайбыҙ, тимәк.
Беҙҙә эшләү – барыһы уртаҡ тигәнде лә аңлата. Йортоңда нимә бар, нимә юҡ, кем ауырыған, шәбәйгән, кем йорт һалған, кредит алған – барыһы ла сер түгел. Был йәһәттән, беҙ Хөсәйеновтар ғаиләһенә гел һоҡландыҡ, әле лә һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ, береһенән-береһе матур ике аҡыллы бала, бынамын тигән, булдыҡлы ир. Һәм матур, тиктормаҫ, талантлы ҡатын. Гел шул турала әйтә килдек, быға ла Гөлнур яуап бирҙе:
- Кеше бәхетенә, уңыштарына шатлана беләһегеҙ, рәхмәт.
Бер мәл, уның тыуған көнөн үткәргәндә, беҙ Г. Хөсәйенованың ата-әсәһенә: шунда бер юлы тағы ла бер Гөлнурҙы тапһағыҙ була ине инде, беҙгә эшкә йәнә бер Гөлнур кәрәк!
Һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай, Гөлнур, Фларис та, шулай итеп, башҡалаға юлланды – унда уларҙы яңы тормош, яҙмыштарының әле асылмаған яңы бите көтә.
... - Һеҙҙең менән райондың һәр ауылында булдым, бары тик Мәмбәтҡолда ғына булып булманы...
Мәмбәтҡолда ғына булыу түгел, бөтөн Ер шарын урап сығырһығыҙ, Аллаһ бирһә, ҡайҙа йөрөһәгеҙ, йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙе бар тик яҡшы кешеләр ҡаршы алып торһон. Яңы йортоғоҙ тупһаһы аша ла гел изге уйлы кешеләр генә уҙһын. Беҙҙең менән ғүмереңдең ҡыҫҡа ғына бер мәлендә булғаның, гәзитебеҙҙең йөкмәткеһенә, тормошона йәм өҫтәгәнең өсөн рәхмәт, Гөлнур!