

Теге көн элекке хеҙмәтҡәребеҙ Розалия Назарова килде. Ҡырмыҫҡалыла йәшәй ул хәҙер, күптәндән бирле күргән юҡ ине үҙен, эй, ҡыуаныуҙарыбыҙ. Беҙҙең гәзит өсөн яҡын кеше ул, оҫта, өлгөр, талантлы журналист. Розалияның ике сабыйы ла килгәйне, һай, ғүмер, ниңә улай тиҙ сабаһың – яңы ғына бәләкәс кенә булып, өҫтәл артынан саҡ күренеп, редакцияла өйгә эштәрен эшләп ултыра торғайнылар ҙа баһа, ә әле баш өҫтөнән ҡарап торған ике һылыу ҡыҙ булып киткәндәр. Ҡатын-ҡыҙ бәхетенән айырмаһын һеҙҙе, һылыуҙар.
Һин нисек тә, мин нисек тип, хәл белештек, ваҡыт, һәр саҡтағыса, тар, Розалия артабан үҙ эштәре менән китте, сығып барышлай, бер нисә «Юшатыр»ҙы алды - ҡарап сығайым әле.
“Сит” күҙ, нейтраль кеше баҫмаға баһа биргәне айырыуса ҡәҙерле, ул һинең шәхесеңде тикшермәй, яҙғаныңды баһалай. Күмертауҙа ҡасандыр БРГИ директоры булған Шайморат Тимербулатов Баймаҡҡа гәзитте алып ҡайтып, ундағыларҙың беҙгә ҡарата бик йылы, ыңғай фекерҙәрен еткәргәйне, унан тыш, Федоровка, Күгәрсен яҡтарынан да хуплау һүҙҙәре ишеткән булды. Һәм әле лә. Розалия «Юшатыр»ҙың бер нисә һанын Ҡырмыҫҡалыға алып ҡайтҡан, коллегаларына уҡытҡан, «Даирә» гәзитендә эшләгән ҡәләмдәштәр ҙә көлә-көлә уҡыған беҙҙе, маҡтаған.
Йылы һүҙегеҙ, юғары баһағыҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар, үҙебеҙҙе әллә ниндәй ҙур, юғары дәүләт наградаһы алғандай хис итеп ултырабыҙ, бер яҙмыш юлдары буйлап барған иптәштәргә – даирәләргә уңыштар теләйбеҙ.