Все новости
Үәт әй!
19 Июля 2023, 16:46

Ҙур бәхет

Егеттәр кисә бейегән.

Ҙур бәхет
Ҙур бәхет

Бындай ерҙә бейеп-йырлауҙар... Бөтөнләй башҡасалыр ул, ғүмер хаҡын, йәшәү мәғәнәһен күберәк аңлаған егеттәр (хатта уға 19 йәш булһа ла), йыр-моңдоң, күңел асыуҙың да ҡәҙерен яҡшыраҡ беләлер.
Бәхеттә, шатлыҡта,
Иҫәнлектә, һаулыҡта.
Үтһен ғүмер юлдарығыҙ
Таҙалыҡта, байлыҡта тип, туғандарына, уныһынан бигерәк, үҙҙәренә теләгәндәрҙер.
Бер иптәштәренең тыуған көнө булған да, шуны билдәләп, күңелдәрен асып алған Күмертау, Көйөргәҙе егеттәре. Башҡорто, татары, русы, сыуашы - барыһы бергә ҡушылып бейегән, йырлаған, һүҙҙәрен белмәһә лә, көйләп булһа ла, йырлаған, һүҙе нимә, мәғәнәһен аңлағандар:
Безҙең ғүмер - ҙур бәхет ул,
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ.

Автор:
Читайте нас: