Все новости
ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
9 Мая 2023, 11:15

Индонезияға нисек барырға?

Ҡартатайҙар икәү генә икән тиһәм.

Индонезияға нисек барырға?
Индонезияға нисек барырға?
Береһен генә беләм, Ғәйфулла, ул һуғыштан иҫән ҡайтып, 1986 йылда вафат булды, икенсеһен иҫләмәйем, мин иҫ белә башлағансы китеп барған. Ғәйфулла Сәйфелмөлөк улы бай булманы, һәр совет кешеһе һымаҡ, бер сама йәшәне. Дөрөҫ, уның атаһын да, үҙен дә раскулачивать иткән булғандар заманында (үҙ көстәре менән, әллә ҡайҙан ағас ташып, йорт һалған буландар, шикелле). Төрмәлә ултырып ҡайтҡан ахры, быныһын бер ҡасан да һөйләмәне, яҙа-йоҙа ғына белгәндәрҙән. Мираҫҡа ла бер ни ҡалдырманы, ябай совет фронтовигының ул саҡта нимәһе булһын, улар күп ине бит, әлегеләй льгота-фәлән булманы ла ахры. Еңеү байрамына миҙалдарын тағып сығыр ине, бүләккә сәғәт бирерҙәр ине, йөҙ грамм...
Инде ҡартатайҙар ошоноң менән бөттө тип йөрөһәм...
Хат ебәргәндәр. Сит илдән. Олатайың автоһәләкәткә осрап үлде тигәндәр. Индонезияла. Тағы ла берәй олатайым булғанмы икән ни? Үгәйҙер, бәлки. Һуғышта ҡатнашһа, Эльба буйында Америка яғына сығып китте лә барҙымы икән? Улай тиһәң, Индонезия Азияла, япондарға ҡаршы алышып йөрөп, аҙаҡ ошо илгә барып сыҡтымы икән? 
Быныһы ярар, бер туғаны ла юҡ икән меҫкендең. Мираҫын ҡалдырыр кешеһе юҡ. Бына, мине эҙләп тапҡандар ҙә (рәхмәт ғәҙел адвокатҡа), аҡсалар һинеке тигәндәр. 10 миллион ярым доллар! Китте, былай булғас, тормоштар, һау булығыҙ, бурысҡа батып йәшәгән саҡтар.
Һәйбәт яңылыҡ та, килеп ал тиһә, әлеге заманда сик аша сығып китеп буламы икән? Баш әйләнеп бөткән: Индонезия беҙгә дошман ил түгелме ул? 
Автор:
Читайте нас: