Алданма

- Ауылығыҙҙа телефон тотмаймы - ҡыуанығыҙ!

АлданмаАлданма
Алданма
Сәйерерәк яңғыраһа ла, был хәбәрҙә дөрөҫлөк бар. Интернет юҡ икән, тимәк, һеҙҙе алдай алмаясаҡтар. 
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлек начальнигы Азат Манғотов менән тап ошо турала - донъяла киң таралған алдау төрө - телефон аша мутлашыусылар тураһында һөйләштек. 
- Былтыр ғына районда 20 самаһы кешене алданылар. Беҙ, дөрөҫөндә, мут кешеләрҙең артынан өлгөрә алмайбыҙ. Бер ваҡыт "малайығыҙ ДТП-ға эләкте" тип алдай инеләр, хәҙер алдауҙың икенсе төрөнә күстеләр - оҫтарғандан-оҫтара баралар. Госуслуга аша шылтыраталар, йә иһә, инвестициялар тип, аҡсаны һуралар. Йәнәһе, диванда йәйелеп кенә ултырып, аҡса эшләргә була. Тома наҙан оло кешеләр генә ҡармаҡҡа эләкмәй, яңыраҡ бер район башлығы хатта, тегеләргә ышанып, 3 миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас