Һаулыҡты хәстәрләп

Яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан "Искра" ауыл хужалығында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһенең сәләмәтлеген, һаулыҡтарын тикшереп сығалар.

Һаулыҡты хәстәрләпҺаулыҡты хәстәрләп
Һаулыҡты хәстәрләп

Үткән аҙнала эшсәндәр флюрография, ЭКГ үттеләр, шулай уҡ төрлө анализдар ҙа тапшырҙылар. Районыбыҙ һәм ҡалабыҙҙың үҙәк дауаханаһынан килгән юғары категориялы врачтар һәр бер хеҙмәткәрҙе шәхсән ҡарап, тейешле дауаһын тәғәйенләнеләр.
Әйткәндәй, "Искра" хужалығы үҙендә эшләгән хеҙмәткәрҙәренең һаулығын йыл әйләнәһенә хәстәрләй, ауырыуы көслө булып, ярҙамға дусар булғандарға даими рәүештә матди ярҙам да күрһәтеп тора.
- Табиптарҙың ауылға килеп, беҙҙең һаулыҡты тикшереүе бигерәк уңайлы, алдан яҙылып, оҙон-оҙаҡ сиратта тороу кәрәкмәй, шул яғы бигерәк ыңғай күренеш, - тип Абдул ауылынан Шамил Хәсәнов.
- Беҙ Яҡуптан 15 ир-егет килеп һаулыҡтарыбыҙҙы тикшертеп сыҡтыҡ...

Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас