Ермолаевоның үҙәк быуаһында, ти шылтыратҡан кеше. Тарих былай була.
Көндәр томра, ике дуҫ, Ермолаево быуаһына барып, һыу инеп алырға, ял итергә ҡарар итә. Билдәле, ҡулдарҙа - араҡы. Унһыҙ ял ял буламы ни?
Дуҫтар матур ғына булып ала, һыуға сумғылап алалар. Бер заман үҙ-ара ыҙғыш башлана, кемдер ҡасандыр булған үпкәһен иҫләй, телдәр бәйһеҙ, әйтмәгән һүҙ ҡалмай. Икеһе ике яҡҡа китеп барамы, бер мәлгә бер-береһен күҙҙән яҙҙыралар. Бер заман бер дуҫ ҡарай: иптәше юҡ. Кейемдәре яр буйында ята. Инде үпкәһен онотҡан егеттең ҡобараһы оса, был батып үлгән дә баһа! Полиция хәбәр һала. Ах та ух килеп йөрөй торғас, билдәле була: дуҫы иҫән. Трусикта килеш кенә быуаны ла, иптәшен дә ташлап киткән дә барған. Өләсәһенә. Уны өләсәһенең өйөндә табалар ҙа.
...Үткән аҙнала ғына республикала ун кеше батып үлде.... Беҙҙең осраҡта, ярар, барыһы ла имен бөткән. Көйөргәҙе районында пляж юҡ, тимәк, һыу инер махсус урын юҡ. Быныһы бер. Икенсенән... Ҡайҙалыр ниндәйҙер һыу табып сумыр булһағыҙ, араҡы эсмәгеҙ, талашмағыҙ.