Бөтә яңылыҡтар

Егеттәр ярышы

Йыл да башҡарылған йола ул.

Егеттәр ярышы
Егеттәр ярышы
Янғын һүндереүселәрҙең ярышы. Ир-ат бик дәртле йөрөп ята, етеҙлек, таһыллыҡ, өлгөргәнлеккә ярыш бит ул, ысын егеттәр ярышы. 
Былтыр беренсе урынды морапталдар яулғайны, быйыл кем алыр, саҡ ҡына һуңыраҡ билдәле булыр. Һәммәһе 9 команда көс һынаша, районда улар 12, өсәүһе килмәгән. 
Приздар әҙер тора, әммә янғынға ҡаршы көрәшселәр аңлай: ысын тормошта һиңә бүләк кеше ғүмере булыуы ла ихтимал. 
Үс иткәндәй, ямғыры ҡойҙо ла ебәрҙе, лыҡма һыу булһалар ҙа, янғын һүндереүселәр ыһ та итмәне, ямғыр улар өсөн, ниндәйҙер кимәлдә, ҙур ярҙамсы.
Автор:
Читайте нас