Өфө-Ырымбур трассаһында махсус тикшереүҙәр бара, пассажирҙарҙы йөрөткән транспортҡа төп иғтибар, өҫтәүенә, көнө ниндәй. Инспекторҙар автобустарға бағып ҡына тора алмай, күҙҙәре һәр машинаға төбәлгән: ул-был булып ҡуймағайы.
Ҡайһы бер юл участкаларында ауыр йөклө машиналарға йөрөүҙе тыйҙылар. Учалы, Белорет, Архангель яҡтарында. Беҙҙә тыйылманы. Шулай ҙа йөк машиналарының юлдан ситкә сығып ултырғаны күренә (фотола).
Был көндәр (ни ҡыш, ни көҙ түгел алама ваҡыт) тиҙерәк үтһен ине.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!