

Күҙ асҡыһыҙ буран ҡоторҙо ла китте, бындай мәлдә әҙәм балаһы өйҙә генә ултырыр тип уйлар инең... Юҡ, юлдағылар һәр саҡ юлда. Күмертауҙың халыҡ телендә Поташка тип аталған үрендә, үҙегеҙ күрҙегеҙ, ҡот осмалы бөкө барлыҡҡа килде, ошо юлдан килгән яңылыҡтарҙы, яу яланынан килгән сводкалай, көтөп, борсолоп ултырҙыҡ. Бында хәлдәр шулай булғас, ауыл юлдарының нимәһен әйтәһең? Беҙгә бер нисә видео-фото ебәрҙеләр, нимәһе йәл, видеоларҙың барыһын ҡуя алманыҡ - ҡаты итеп һүгенәләр ине унда. Юл өсөн яуаплыһын да, юлдың үҙен дә, һауа торошон да (беҙ ҡайтып еткәнсе ҡоторонмаһаң булмаймы ни?), бөтәһенә ҡушып, үҙҙәрен дә әрләнеләр, ахры.