Баш һау булһын

Төнө буйы йоҡлап булманы.

Ҡайҙалыр юлға сығырға булһа, шулай була ла ҡуя. Таңдан торорға, йоҡлап өлгөрөргә кәрәк, ә йоҡо алмай. Башта төрлө уйҙар ҡайнай: теге документты алдым, быныһын да. Тәк, кәстүм-салбар әҙер, ҡулъяулыҡ...
- Һин ҡулъялыҡ һалдыңмы ул кеҫәгә?
- Һалдым.
Бәләкәй генә нәмә кеүек күренһә лә (ҡулъяулыҡ), бик мөһим аксессуар ул, кеше араһында бит-танауҙы ҡулдың һырты менән һыпырып ултырыу килешмәй.
Яңы күлдәктең ең төймәһе юҡ, запонка алырға кәрәк ине. Күмертауҙың Первоцветында юҡ нәмә үҙе юҡ ине, әле көмөшө генә бар тип торалар. Бер тапҡыр Өфөгә барам тип анау сама хаҡҡа көмөш аламы кеше? Икенсе магазинда бар икән, ирҙәр кейемдәре тигәнендә, ябайы, ярар, ялтыраймы, ялтырай. Начальниктың ҡулын ҡыҫҡанда аҙыраҡ, емелдәп, күренеп ҡалһа, булды.
Грамота бирергә тейештәр ине. Ни сама ғүмер йәшәп, Агенствоның грамотаһын алған юҡ, бына әле, бирәбеҙ тигәс, уны оло бер ваҡиғалай күреп, таң һарыһынан китеп барыш ине.
...Иртә уңмаған кис уңмай, көнө ҡот осҡос икән дә. Пятки ауылынын саҡ үттек, ә арыраҡ быныһынан да ҡурҡынысыраҡ, буран һепертә генә, бер ни күрерлек түгел. Ярар, иртә булғас, машиналар аҙ осрай, осраған һәр береһе лә авария сигналын яндырған. Тиҙлекте ҡырҡтан арттырмайҙар. Мәләүез боролошона еткәс, башҡа зерә аҡыллы фекер килде: бәлки, кире боролорғалыр? Мәләүездә Көнгәк гәзите мөхәррире Лена көтә, бергә барырға тейеш инек. Ул шылтырата : һин ҡайҙа? Эштәр бик шәптән түгел, тәртәне кирегә борорбоҙ ахры. Ә һеҙ? Беҙ барабыҙ. Бәлки, кире уйларһығыҙ, юл күҙ асҡыһыҙ. Юҡ, барып ҡарайбыҙ әле. Улайһа, сәхнәгә менеп, беҙҙең грамотаны ла алып ҡайт әле. Бында бүләк түгел, баш ҡайғыһы,
Кирегә, ҡайтыу яғына, ыңғайлағас та күңел тынысланманы, аҙ ғына ара һымаҡ, ә сират күпере аша үтәһеңме ни - бер ни күренмәй, үҙең бәрелмәһәң дә, кемдер килеп төртөр һымаҡ. Йә ахмаҡ, кисә ерле юҡҡа күпме әпәләнелде, бер-бер хәл булһа (Аллам һаҡлаһын), әһә, бының кеҫәһендә ҡулъялығы ла булған, еңенә запонка ла таҡҡан икән тип әйтерҙәр инеме?

...Көс-хәл менән ҡайтып ултырғас, Лена хәбәр итә: Ергәндән кире боролдоҡ. Дөрөҫ эшләгәнһегеҙ - бүләктән баш ҡәҙерлерәк. 
Автор:
Читайте нас