Все новости

Ярҙамға - картон

Керәүлелә йәшәгән берәүҙең яңы ғына ике миллион һумын сәлдергәндәр.

Ярҙамға - картон
Ярҙамға - картон

Алдау юлы билдәле: телефондан шылтыратып, кешенең башын ҡатырыу, ышандырыу. Күпме тыҡыма, кеше барыбер алдана. Теге саҡ, аптыраған көндән, Күмертау хакимиәте махсус ултырыш үткәрҙе, нисек итеп халыҡты был ҡазанан ҡурсаларға? Аҙна һайын миллионлаған һумдарҙан ҡолаҡ ҡаға ла баһа күмертауҙар. Ауылдарҙа ла шулай, теге саҡ Юмағужа ауылынан берәү, быҙау һатам тип, 450 меңенән ҡолаҡ ҡаҡты.
Дөрөҫөн әйткәндә, был ысулдың (кәңәшмә йыйып, лаф ороуҙың) файҙаһы булырына шик ҙур. Полиция, башҡалары көн дә тиерлек тызып тора, әммә алданыусылар һаны кәмемәй, киреһенсә, арта ғына.
Керәүлелә байҙар йәшәйме ни? Юҡ. Был кеше кредит юллаған. Минең урлар малым юҡ, карточкамда икмәк-тоҙлоҡ ҡына аҡсам ята, зарплата килде, иртәгәһенә бөттө, тип үҙеңде тынысландырып та булмай, шулай итеп әйләндереп килтереп сығарып алдарҙар, кредит артынан йүгергәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалаларында картон полицейскийҙар ҡуялар. Банкомат алдында баҫып тора улар. Башы әйләнеп, кемдер килһә, бәлки, йәнһеҙ полицияны күреп, уйланыр, аңына килер, туҡтап ҡалыр?

Автор:
Читайте нас: