Все новости

Быны белеү мотлаҡ

Бөгөн - Бөтә Донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө.

Быны белеү мотлаҡ
Быны белеү мотлаҡ
Туберкулез ауырыуы хаҡында күптәр белһә лә, уның нисек килеп сығыуын, уны эләктермәү өсөн ниндәй хәүефһеҙлек сараларын һаҡлау мөһим икәнен күптәр белеп етмәй.
24 мартта бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә, шуға бәйле һеҙҙең иғтибарығыҙға был ауырыу тураһында ентекләберәк яҙып үтергә булдым.
Туберкулез ул, туберкулез микобактерияһы (Кох таяҡсаһы) барлыҡҡа килтергән йоғошло ауырыу. 1882 йылда немец бактериологы Роберт Кох тәүгеләрҙән булып туберкулез ауырыуын тыуҙырыусы таяҡсаларҙы микроскоп аша күрә һәм был асыш тураһында 24 мартта Берлин ҡалаһында физиология йәмғиәтендә доклад менән сығыш яһай. Шул көндән алып туберкулез һәм был ауырыуҙы дауалау ныҡлап өйрәнелә башлай.
Туберкулез күбеһенсә үпкәләрҙе зарарлай, шул уҡ ваҡытта башҡа ағзаларҙа ла: һөйәк, быуын, бәүел-енес ағзалары, күҙ, мейе ҡабығы, лимфа төйөндәре, тирелә үҫешә ала.
Туберкулез инфекцияһы һәр бер кешегә йоғоуы мөмкин. Әммә ауырыуҙың “асыҡ” формаһын йөрөткән кеше менән тығыҙ бәйләнештә булғандар йышыраҡ йоҡтора.
Туберкулез буйынса хәүеф төркөмдәренә: балалар, оло йәштәге кешеләр, тәмәке тартыусылар, иммун системаһына кире тәьҫир иткән гормональ препараттар һәм дарыуҙар эсеүсе кешеләр, иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йөрөтөүселәр һәм иммунодефицит синдромы (СПИД) менән ауырыусылар, хроник үпкә ауырыуҙары, шәкәр диабеты, сей яра ауырыуы булған кешеләр, алкоголде сиктән тыш артыҡ ҡулланыусылар һәм наркотиктарға бәйле кешеләр, йәшәү урындары булмаған һәм төрмәлә ултырған кешеләр, насар шарттарҙа (бер фатирҙа күмәкләшеп тороу, санитария талаптарына тап килмәгән шарттар) йәшәүселәр инә.
Был сиргә ҡаршы профилактик саралар тураһында оноторға ярамай.
Иң беренсе профилактик сара булып туберкулезға ҡаршы прививкалар (БЦЖ) һанала, уны ваҡытында яһатып тороу мотлаҡ, уларҙан баш тартмауығыҙ хәйерле.
Был прививканы бала тыуғандан һуң 3–7 көнөндә яһайҙар, артабан манту реакцияһы кире булған осраҡта 6–8 йәштә ҡабаттан ошо вакцинаны яһайҙар.
Шулай уҡ ваҡытында диспансеризация үтеп тороу ҙа мотлаҡ шарт, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу ҙа был ауырыуҙы ситләтер. Сәләмәт йәшәү рәүешенә: алама ғәҙәттәрҙән баш тартыу, тәмәке тартмау, алкоголле эсемлектәр һәм наркотик матдәләр ҡулланмау, рациональ туҡланыу, саф һауала йөрөү йәйәү йөрөү, күберәк хәрәкәт итеү, сынығыу, шәхси гигиена, эш һәм ял режимын аралаштырыуҙы индерергә була, шулай уҡ ыңғай эмоциялар тураһында ла онотмағыҙ, улар кешенең сәләмәтлеге өсөн бик ҙур роль уйнай.
Өйгөҙҙө, бүләмләрегеҙҙе тәртиптә тотоғоҙ, еүеш сепрәк менән саңдарҙы һөртөп, йышыраҡ елләтегеҙ һәм түшәк кәрәк-яраҡтарын алмаштырып, йыуып тороғоҙ.
Туберкулез симптомдарын иҫегеҙҙә тотоғоҙ, әгәр ҙә шундай билдәләр йәки ҡайһы берҙәре килеп сыҡһа, тиҙ генә табипҡа мөрәжәғәт итеп, һаулығығыҙҙы тикшертегеҙ.
Ҡаҡырыҡ ( ҡайһы берҙә ҡан менән) йыш сығыуы, оҙайлы йүткереү, күкрәк тирһәендә ауыртыу һиҙеү, төндә ныҡ тирләү, дөйөм хәлһеҙлек, тән температураһының күтәрелеүе, ябығыу, ошо симптомдарҙың береһе булһа ла һеҙҙә күҙәтелә икән, тимәк тикшеренергә сәбәп бар.
Туберкулездың актив формаһын йөрөткән кеше, тейешле дауа алмаһа, йыл һайын уртаса 10–15 кешегә ауырыуҙы йоҡтороуы мөмкин. Туберкулез күбеһенсә һауалағы тамсылар аша йоға, һирәк осраҡта контакт һәм аҙыҡ-түлек аша, ҡарындағы балаға әсәнән күсеүе мөмкин.
Рентгенологик тикшереү (йәки йылына 1 тапҡыр үпкәләргә флюорография үткәреү), бактериологик анализ, иммуноферментлы анализ, балаларға туберкулин диагностикаһы (Манту һынауы, Диаскинтест), ошо юлдар менән туберкулез ауырыуын асыҡлау мөмкин.
Бөгөнгө көндә туберкулез менән ауырыған пациенттар республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың Күмертау филиалында туберкулезға ҡаршы ярҙам ала. Диспансерҙа ауырыуҙар өсөн барлығы 78 койка урын ҡаралған. Әлеге ваҡытта стационар шарттарында 18 йәштән өлкән 76 кеше дауалана.
Туберкулез диагнозы ҡуйылған кешеләр өсөн тәүлек әйләнәһенә стационарҙа дауаланыу мотлаҡ дауалау этабы булып тора, артабан һауығып ҡайтҡан пациент, туберкулезға ҡаршы профилле шифаханаларҙа дауалана ала. Һуңғы этап булып участка табибы–фтизиатрында билдәле бер ваҡыт дауамында, профилактика маҡсатында, ғәмәлдәге бойороҡтар буйынса күҙәтелеп тора. Туберкулез ауырыуын дауалап була, дауаланыуға яуаплы ҡараған пациенттар тулыһынса һауыға һәм ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡайта ала, был турала оноторға ярамай.
Был ауыруға килгәндә, ҡала һәм райондың балалары айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки тап уларҙы һау-сәләмәт килеш һаҡлау беҙҙең бурыс. Был яҡлап та бик ҙур эш алып барабыҙ, аҙна һайын балалар поликлиникаһына барып, манту пробаһына бәхәсле реакцияларҙы баһалайым һәм ул балаларҙы консультацияға ҡабул итәм. Шулай уҡ, беҙҙең диспансерҙа балалар кабинеты ла бар, унда мин көн һайын мәктәптәрҙән диаскинтест һынауына бәхәсле реакциялы булған балаларҙы ҡабул итәм.
Фтизиопедиатрия кабинетының эше тәү сиратта профилактик эштәр алып барыу. Эштең төп өлөшө туберкулез кеүек ауырыуҙың үҫешен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Ауырыуҙы дауалауҙан бигерәк, уның үҫешен иҫкәртеү яҡшыраҡ тип иҫәпләйем!

Ғәзинур ФӘЙРУШИН, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың Күмертау филиалының табип фтизиатры.
Автор:
Читайте нас: