Все новости
Һаҡланғанды һаҡлармын
8 Августа 2024, 15:43

Бер ай элек кенә мопед бүләк иткәндәр...

Бөгөн төндә юл-транспорт һәләкәтендә 16 йәшлек үҫмер һәләк булған.

Бер ай элек кенә мопед бүләк иткәндәр...
Бер ай элек кенә мопед бүләк иткәндәр...

Баймаҡ районында бөгөн төндә мопед менән идара итеүсе 16 йәшлек егет юл-транспорт һәләкәтендә вафат булған. Район үҙәге дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 16 йәшлек үҫмер "Vento" мопедына ике йәйәүлене бәрҙергән һәм үҙе юл ситенә төшөп ҡапланған. Йәйүле ҡыҙҙар юл ситенән шул уҡ йүнәлештә китеп барған булғандар. Мопедта китеп барған егет ашығыс ярҙам килгәнсе вафат булған. Йәйәүлеләр, 21 йәшлек ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелгән, икенсе йәйәүле – 23 йәшлек ҡыҙ зыян күрмәгән. Ҡыҙҙарҙың яҡтыртылмаған юл буйлап барыуҙары, кейемдәрендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булмауы билдәле. Үҫмер малайҙың водитель таныҡлығы булмаған, өҫтәүенә, ул каскаһыҙ булған. Мопедты әсәһе уға бынан бер ай элек, ун алты йәшенә һатып алған. "Ата-әсәләр балаларына бындай „бүләктәр“ һатып алғанда транспорт йөрөтөү күнекмәләренә өйрәнергә һәм тейешле документтар алырға кәрәклеген аңламай. Ишек алдында торған мотоцикл йәки мопед аңлы рәүештә балаларҙы юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға этәрә һәм улар тарафынан юл һәләкәттәренә, шул иҫәптән ауыр һөҙөмтәгә килтерә", — тине Дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов.

Автор:
Читайте нас: