Республикала янғынға бәйле фажиғәләр көн дә ҡабатлана.
Ҡыҙғаныс, яңылыҡтарҙы ҡарап барһаң, янғын арҡаһында килеп сыҡҡан ҡайғылар бик күп. Көн дә тиерлек кемдер янып-тонсоғоп үлә. Янғын сығыу сәбәптәре төрлөсә: кемдер түшәктә тәмәке тартып ут сығарған, электр плитаһынан сыҡҡан, электр сымдары төҙөк булмаған...
Күмертауҙа ла йорт янған. Әлегә был турала рәсми хәбәр юҡ. Беҙгә ебәргән мәғлүмәт буйынса, иҫке быуаға барған ерҙә (Док урамы) булырға тейеш. Йорт ҙур ғына күренә, һәр хәлдә, кешеләре иҫәндер тип өмөтләнәбеҙ.