Такси Ҡотлоюл яғына китеп барғанда күперҙән осҡан. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, руль артында йәш кенә егет булған. Ҡобараһы осҡан водителдең, күҙ йәштәрен дә тыя алмаған. Бәхеткә иҫән, бары тик Тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе, өшөп-туңып бөткән. Арҡам ауырта тигән.
Беҙ водитель егеткә иҫәнлек теләйбеҙ, шөкөр, үҙе иҫән-һау, арҡаһы ғына тиҙерәк йүнәлһен, эҙемтәләре булмаһын.
Юлға сыҡмайыраҡ тороғоҙ, туғандар, хатта такси менән дә. Был мәлдәрҙә өйҙә ултырыуың хәйерле.