Бөтә яңылыҡтар

Балаларға теймәгеҙ, ҡәбәхәттәр!

Ермолаево ауылынан бер малайға һөжүм иткәндәр.

Балаларға теймәгеҙ, ҡәбәхәттәр!
Балаларға теймәгеҙ, ҡәбәхәттәр!

Алдау, ҡурҡытыу юлы менән кешенең аҡсаһын талауҙар дауам итә. Көн дә ниндәйҙер, ошо темаға ҡағылышлы, яңылыҡтарҙы ишетеп-белеп барабыҙ, кемдер әллә нисә миллион һумлыҡ кредит юллап алдаҡсы әҙәмдәргә күсергән, кемдер йортон, машинаһын һатҡан, ә кемеһелер, янауҙарға ышанып, нимәнелер яндырам, шартлатам тип ҡырсынған...
Был юлы ҡара йөҙлө кемдәрҙер балаға йәбешкән. Ермолаево ауылында йәшәгән малайға телеграмдан янап яҙа башлағандар. Әсәһе, өләсәһенә бәйләп, ҡурҡытҡандар, әйтмәгән һүҙ ҡалдырмағандар... Бындай осраҡта бала түгел, тормош һурпаһын апаруҡ һемергән оло кеше лә әллә нимә эшләр, бәхеткә, был тарихтың аҙағы насар түгел. Малайҙың ата-әсәһе, белеп ҡалып, полицияға мөрәжәғәт итә.
Хөрмәтле ололар! Балаларығыҙҙың ҡайҙа нимә эшләп, яҙышып, нимә менән ҡыҙыҡһынып йәшәгәнен тәү сиратта һеҙ белергә тейешһегеҙ, донъя мәшәҡәттәренә сумып, сабыйҙарығыҙҙы ҡурсалауһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, ҡәбәхәттәр аҡса өсөн балаларҙың күңелен, яҙмышын ҡыйрата ала. 

Автор:
Читайте нас