Бөтә яңылыҡтар

Ниңә бала йәнен алдың, Туғыҙтимер?

Яманғолда кисә 7 йәшлек ҡыҙ бала батып үлгән.

Ниңә бала йәнен алдың, Туғыҙтимер?
Ниңә бала йәнен алдың, Туғыҙтимер?

Ауылға ул олатаһы янына ялға ҡайтҡан. Туғыҙтимер йылғаһы буйына 10 йәшлек абзыһы менән килгән булған. Беҙгә белдереүҙәренсә, емерек күпер булған унда, шунан ҡолап төшкән сабый, тинеләр. Йылға миһырбанһыҙ, хатта ҡанһыҙ, әммә беҙ йылғаны ғына түгел, бәлки, өлкәндәрҙе лә әрләргә тейешбеҙҙер. Ниңә ҡарап еткермәгәндәр, ниңә күпер боҙоҡ булған (ул әллә ҡасандан бирле ремонтһыҙ, бер кемгә кәрәкмәй, ятҡан булған, фотоға ҡарағыҙ, унан бала түгел, оло кеше тайып йығыласаҡ)... Һорауҙар күп, тик уларҙы хәҙер яңғыратыу менәнме ни, балаҡайҙы кире ҡайтарып булмай. Тағы ла: был баланың атаһы яңы ғына һуғыштан ялға ҡайтҡан булған икән...

Беҙ сабыйҙың барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙҙе сабырлыҡтан айырмаһын.

Тулыраҡ мәғлүмәт гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас