Бөтә яңылыҡтар

Молокан ауылында ҙур бәлә булған

Ике ҡыҙ бала (2012 йылғылар), квадроциклда китеп барғанда, юлдан ауған.

Молокан ауылында ҙур бәлә булған
Молокан ауылында ҙур бәлә булған

Икеһе лә әле дауаханала ята. Был районда һуңғы арала булған, үҫмерҙәргә бәйле, икенсе күңелһеҙ хәл.  Тәү сиратта барыһына ата-әсәләр ғәйепле. Был балаларға ла бер әсә 130 мең һумға квадроцикл (12-13 йәшлек сабыйға!) алған булған.

Бөгөнгө көнгә ҡарата Көйөргәҙе районында 43 водитель иҫерек килеш руль артында тотолған, был былтырғыға ҡарағанда 11-гә күберәк. 49 водитель праваһыҙ йөрөгәне өсөн эләккән (+29), 43 кеше мототранспорт менән тотолған, 17 мототранспорт штрафстоянкаға ҡуйылған.

Автор:
Читайте нас