Бөтә яңылыҡтар

Кәрәк ерҙә, кәрәк ваҡытта

Отрада быуаһында батып барған егет һәм ҡотҡарыусылар тап булған.

Кәрәк ерҙә, кәрәк ваҡытта
Кәрәк ерҙә, кәрәк ваҡытта

Кисә булған был оказия. Илья күптән инде һыуға бес итһә лә, һыу инеүҙән һаман туҡтамайҙар икән бәғзеләр, 29 йәшлек егет тә, үҙ көсөнә ныҡ ышанып, Отрада быуаһын арҡырыға йөҙөп сығырға ҡарар иткән. Әммә.. тормошта йыш булған кеүек, үҙ хәлен үҙе белмәгән булған, бисара, ярты юлда бының кәре бөтә. Әмәлгә ҡалғандай, тап ошо ваҡытта быуала ҡотҡарыусылар ҙа булған була, йыраҡтан уҡ егетте күреп, былар һыуға ташлана һәм батып барыусыны ҡотҡара.

Тарихтың аҙағы бәхетле. Шуныһы шатландыра. Тағы бына нимәһе ҡыуаныс уята: бындай ғәжәп хәлдәр бик йыш булып тора, бер мәл, мәҫәлән, Шотт быуаһында ла, ҡурҡыныс боҙ аҫтына киттем генә тигәндә, бер кешене шулай ҡотҡарҙылар (ҡотҡарыусылар тап ошо ваҡытта үҙҙәре лә быуала йөрөгән булған). Рәхмәт һеҙгә, Көйөргәҙе фәрештәләре, кәрәк ерҙә, кәрәк ваҡытта килеп сығып, әллә нисә бисараны үлемдән ҡотҡарҙығыҙ, ҡотҡараһығыҙ һәм, һис шикһеҙ, ҡотҡарасаҡһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: