Бөтә яңылыҡтар

Мопедты ҡутарма!

Күмертауҙа йәштәрҙе наркотик таратыуға ылыҡтыралар.

Мопедты ҡутарма!
Мопедты ҡутарма!

Кисә бер уҡыусыбыҙ, аптырап, яҙа: телеграмда, Күмертау ҡалаһына бәйле бер каналда, иғланға тап булдым, шулай-шулай, мопедты ҡутарып ташларға кәрәк, аҡсаны мул түләйбеҙ, кемдең ҡулынан килә?

Был, ҡыҙыҡһынып (аҡса һәр кемгә кәрәк), яҙған: ниндәй мопед, ҡайҙа? Артабанғы әңгәмәне үҙегеҙ күрәһегеҙ. Наркотик матдәләрҙе ҡаланың төрлө урынына йәшерергә кәрәк икән, эш хаҡын, ысынлап та, шәп түләйҙәр. Ярар, беҙгә яҙғаны оло, донъяны күргән кеше, шунда уҡ елдең ҡайһы яҡҡа иҫкәнен тойған. Ә йәштәр? Көн һайын Башҡортостанда ҡайҙалыр ниндәйҙер үҫмерҙе эләктергәндәре хаҡында ишетәбеҙ, йәш ғүмерҙәр, еңел аҡсаға алданып, юҡҡа сыға.

Хөрмәтле өлкәндәр! Балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә тылҡығыҙ: ошондай һәр мөйөштә ҡуйылған ҡапҡанға эләгеүҙән һаҡ булһындар. 

Автор:
Читайте нас: