Был юл электән хәүефле һанала, бигерәк тә, ҡар-боҙлауыҡ яуғанда. Ныҡ тайғаҡҡа әйләнә. Етмәһә, был трасса күптән ремонт көтә, подземгаз тапҡырындағы соҡорҙарҙы урайым тигәндә, үҙеңде ралли уҙышсыһы кеүек тояһың, уңлы-һуллы боролорға, шул уҡ ваҡытта ҡаршы килгән автомобилгә бәрелмәҫкә тырышырға кәрәк.
Был аварияның сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Бәлә аяҡ аҫтында, юлдар тип-тигеҙ булған хәлдә лә һине нимә көтөп торғанын күрәҙәләп булмай, был юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән барыһы ла иҫән-һау булһындар тип кенә теләйбеҙ.