Бөтә яңылыҡтар
Һаҡланғанды һаҡлармын
29 Сентябрь , 16:30

Күмертауҙа балаға эт ташланған

Ҡала урамдарында хужаһыҙ эттәрҙең йөрөүен күп тапҡырҙар яҙҙыҡ.

Күмертауҙа балаға эт ташланған
Күмертауҙа балаға эт ташланған

Һуңғы арала берәҙәк маһмайҙар айырыуса шашты. Үткән йома көндө улар балаға һөжүм иткәндәр. Машина төҙөүселәр урамында өс малай, киске сәғәт 5-тәрҙә, 5-се мәктәп ихатаһына уйнарға китеп барған булған. Шул ваҡыт улар янына эт килеп сыға һәм балаларға ташлана. Ике малай ҡасып ҡала, ә 9 йәшлек малай өлгөрә алмай. Маһмай уның өҫ кейемдәрен йыртҡыслап, ҡулдарын тешләй. Ҡурҡҡан малай ата-әсәһенә шылтырата һәм ярҙамға саҡыра. Дауаханала балаға ярҙам күрһәткәндәр.
Зинһар, абайлап йөрөгөҙ! Айырыуса балаларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Автор:
Читайте нас: