Эвакуатор алып китеп бара, автомобилдең тере ере ҡалмаған. Тағы ла берәй алама хәл булдымы икән ни? Көн һайын нимә ишетәм тиһәң, насар хәбәр ишетәһең, ҡайғы менән донъя тулды. Туҡтаныҡ. Шөбһәләребеҙ юҡҡа булған - Ермолаево мәктәптәре активистары ГАИ менән бергә Бөтә Донъя юл фажиғәләре ҡорбандары көнөнә арнап (был ҡайғылы дата бөгөн билдәләнә), акция ойоштороп йөрөй икән. Бөгөнгө көндә республикала юл-транспорт ваҡиғаларында 351 кеше һәләк булған, шуларҙың 61-е балалар... Ҡотто осорорлоҡ һандар.
...Үлгәндәргә доға ҡылайыҡ, ә иҫәндәргә именлек теләйек, юлдарыбыҙ гел хәйерле булһын.