Аҡһары ауылында йорт, янып, юҡҡа сыҡҡан. Һәммәһе дүрт фатирға бүленгән булған был йорт (уны урындағы халыҡ барак тип йөрөтә). Яңы Мораптал янғын һүндереүселәре тиҙ килеп еткән, әммә Аҡһарылағы башня янына үтерлек булмаған – юл юҡ. Инде, мең бәлә менән, башня эргәһенә килгәндәр, тик... унда һыуы булмаған. Пожарник егеттәр һыуҙы Яңы Морапталдан, хатта Ермолаевонан ташырға мәжбүр булған. Бәхеткә, үлеүсе юҡ. Йорт хужаһы, 1958 йылғы ир, янған өйҙән сығып ҡасып өлгөргән. Ут нимәнән килеп сыҡҡанлығы әле асыҡлана.