Яңыраҡ Благовещенск ҡалаһында 12 йәшлек ҡыҙҙы һеләүһен тырнап, бала ошо ҡурҡыныс сирҙе эләктерә. Бәхеткә, тиҙ арала ярҙам күрһәткәс, ул иҫән ҡала, ә һеләүһен үлә.
Ә бына Стәрлетамаҡ районындағы бәләкәс ҡыҙ бала менән булған хәл бик ҡыҙғаныс тамамланған. Уны бесәй тырнаған. Быға бала үҙе лә, ололар ҙа иғтибар бирмәгән – тырнағанмы-тырнаған, була торған хәл. Әммә был бесәй ҡотороу сире менән ауырыған булған, балаҡай, бик яфаланып, оҙаҡ ҡына ятҡандан һуң, йән биргән... Ҡотороу сиренән дауалар юҡ, тиҙ арала, кеше уны йоҡторғас та, дауаханаға алып барып өлгөргәндә генә, өмөт була.
Ошоларға бәйле, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы ветеринария станцияһы етәксеһе Рәмилә Иҫәнғолова бына нимә тине:
- Кешеләр, ҡала, район халҡы, ҡотороу сиренә битараф ҡарамаһын ине. Беҙҙең ветеринарҙар өй беренсә йөрөп, ошо ҡурҡыныс сирҙән вакцинация яһай, буш ул был укол, әммә ҡайһы берәүҙәр йә ишеген асмай, йә, асһа ла, минең бесәйҙәр күп ул, ана, һарайҙа йәшәйҙәр, һеҙгә кәрәк, һеҙ тотоғоҙ тип яуап бирә. Әйткәндәй, ҡотороу сире кешегә иң күбе бесәйҙәр аша күсә, шулай уҡ беҙҙең иғтибар үҙәгенә эттәр һәм ҡырағай хайуандар ҙа инә.
Быйыл ғына, мәҫәлән, районда утыҙҙан ашыу төлкө атылды, һәр һунарсыға, атылған төлкө өсөн, аҡса түләйбеҙ – 1000 мең һум. Йәнә бер ҡабатлайым: ҡотороу сиренән дауалар, дарыуҙар юҡ. Бары тик халыҡтың үҙ-үҙенә, балаларына, тирә-яҡ мөхиткә битараф булмауы талап ителә. Йорт хайуандарына ҡотороу сиренә ҡаршы вакцина һалынырға, һәр бесәй-эт беҙә иҫәптә булырға тейеш. Әйткәндәй, ҡайһы бер ауыл хужалығы етәкселәре келәттәре, һарайҙары янында бер өйөр эт тота. Был, кешенең дуҫтары тип йөрөтөлгән хайуандар, дошманға, әжәл илсеһенә әйләнмәһен өсөн, хөрмәтле етәкселәр, эттәрегеҙгә укол һалдырығыҙ.
Фотола: район ауылдарында ветеринарҙар ҡотороу сиренә ҡаршы вакцина яһай.