

Районыбыҙҙа бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзалары, Рәсәй эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлегенең юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән берлектә, бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында рейд саралары үткәреп торалар. Сираттағыһы кисә үтте. Улар Ермолаево, Илкәнәй, Свобода, Яҡшымбәт, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт ауыл биләмәләре территорияларында булды.
- Рейдтар барышында бәлиғ булмаған үҫмерҙәр мототехника менән идара итеүҙәре асыҡланды һәм иң ҡурҡынысы, улар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең законлы талаптарын үтәмәй, киреһенсә, юлһыҙ һәм баҫыуҙар буйлап юғары тиҙлектә ҡаса башлауҙары. Быйыл 4 ай эсендә 5 бәлиғ булмаған үҫмерҙең транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына эйә булмаған килеш йөрөүҙәре буйынса һәм 16 йәшкә тиклемге балалары транспорт сараһы менән идара иткәне өсөн өс ата-әсә эштәре ҡаралды. Һәр бер бәлиғ булмаған үҫмергә 5000 һумдан 15000 һумға тиклем, ә балалары 16 йәшкә етмәгән ата-әсәләргә транспорт сараһы менән идара итеүҙе тапшырған өсөн 30 000 һум күләмендә штраф һалына. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙ транспорт руле артында һеҙҙең ризалығығыҙ менән ултыра. Балалар һәр ваҡыт та бала булып ҡалыуҙарын онотмағыҙ, һаҡлағыҙ уларҙы! - ти районыбыҙҙың бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы сәркәтибе Гөлдәр Алсынбаева.