

Ғөмүмән, Яҡшымбәт юлы сифаты хаҡында шәп тип әйтеп булмай, ҡырсын юл бит, тип-тигеҙ асфальт түшәлмәгән (был булманы һәм булмаясаҡ та, ахры). Бигерәк тә, ауылға етәрәк, тауҙан төшкән араһы ҡурҡыныс тыуҙыра, был арала йыл да бер нисә авария булып тора (бәхеткә, ҡорбандар юҡ).
Кисә лә берәү осҡан. Арттан ҡарағанда автомобиль һин дә мин кеүек булһа ла, алды ныҡ емерелгән.
Был юлда ла, башҡаларында ла, йөрөгәндә һәр беребеҙҙе фәрештәләр һаҡлап барһын.