

Бөгөлсән тапҡырында ла күргәндәр, хатта береһе, ҡыҙыҡ таптымы икән, осоусы аппарат ҡолап төштө тип, артынан мотоцикл менән киткән, барып етмәгән, ГАИ туҡтатҡан.
Ошо хәлдәргә бәйле, властар халыҡты иҫкәртә: осоп барған пилотһыҙ аппаратты күрһәгеҙ, ни тиклем ҡулығыҙ ҡысыһа ла, смартфонға үрелмәгеҙ, видеоға төшөрмәгеҙ.Бының өсөн ҡаты яза алыуығыҙ бар. Ябай халыҡҡа ҡарата 3-5 мең, вазифалы кешегә – 10-30 мең, юридик шәхескә- 100-500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған, ә инде видеояҙма дошман ҡулына эләкһә, 20 йылға тиклем төрмәгә ултырыуҙары ла ихтимал.