

Был хаҡта беҙгә Бәләкәй Муса ауылынан шунда уҡ хәбәр иттеләр, видеоһын ебәрҙеләр. Ҡоттар киткән – ауылда тын алырлыҡ түгел. Һаҫыҡ. Ауыл халҡы, нимә эшләргә лә белмәй, тиҙ генә Күмертауға йыйына башлаған, кемдең ҡалала фатиры, фатиры булмаһа, туғаны бар, шунда ҡасырға. Әммә Күмертауҙа ла шул уҡ хәл, алама еҫ танауға ғына түгел, бөтөн тишек-тошоҡҡа инә, тәнгә һеңә, түҙерлек әмәл юҡ. Был еҫ Мәләүезгә лә барып еткән. Беҙ бөтәбеҙ тәүҙә Бәләкәй Муса ауылы янындағы предприятие –Подземгазда бер-бер хәл булғанмы икән тип уйлаған инек (шөбһә ҙур – бик йыш беҙҙең өҫтән пилотһыҙ аппараттар оса, үткән аҙнала районда егермене күргәндәр), подземгаз тирәһендә һаҡта гелән полиция торғанын да беләбеҙ, аппарат килә ятһа, атырға), ысынында, властар белдереүенсә, Ырымбур-Салауат-Өфө трассаһында конденсат ебәрә торған торба тишелгән. Район башлығы авария янында бөтөнөһө эшләй, паникаға бирелмәгеҙ, хәлегеҙ һаҫыҡтан ныҡ насарланһа, дауаханаға барығыҙ тип «тынысландырҙы». Ҡала властарының да фекере шул: форточкаларығыҙҙы ябығыҙ, тышҡа сыҡмағыҙ.