

Күңеленә ятышлыһын таба был, эҙләнә торғас. Һөйләшеп, килешәләр, осрашырбыҙ, шулай итербеҙ, былай итербеҙ, түләүле инде был хеҙмәт, бушҡа интернетта кем риза булһын. Осрашырбыҙ, тик аҡсаңды алдан күсерә һал – гүзәл зат ирҙе кәрәкле кондицияға тиклем ҡыҙҙырғас, шулай тип талап ҡуя. Тегеһенең аңы томалана (бындай саҡта баш эшләмәй), аҡсаны күсерә һәм... «һөйгәнен» юғалта. Күпмелер ваҡыт аптырап-алйып ултырғас, һыуына төшкәс, аңлай: һемәйтте бит был. Теләген ҡәнәғәтләндерә алмаған ир полицияға йүгерә, минең 12 800 һум аҡсамды сәлдерҙеләр. Оятыраҡ булһа ла, ҡалайтып ҡапҡанға эләккәнен дә әйтә. Полиция алдаҡсы ла, илерткес тә был ҡатынды эҙләр, бәлки, әммә таба алырмы – шик ҙур.