АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
1 Июнь 2023, 04:37

Мутлашыусыларға тап булдым

- Быға тиклем миңә кредит тәҡдим итеп шылтыраталар ине.

Мутлашыусыларға тап булдымМутлашыусыларға тап булдым
Мутлашыусыларға тап булдым

Һәр ваҡыт: “Минең кредитым бар, башҡа кәрәкмәй”, - тип баш тарта инем. Бер көндө: “Беҙ һеҙҙе ҡотлайбыҙ, һеҙгә кредит хупланылар!”, - тип тағы шылтыраттылар. Мин баш тартыуға ҡарамаҫтан, бик ныҡыштылар. Үҙен россельхозбанк менеджеры итеп таныштырҙы. Тауышы ышаныслы, грамоталы булыуы мине тынысландырҙы. “Бында бер ниндәй ҙә енәйәт юҡ, мин һеҙгә ярҙам итермен, бер кемгә лә шылтыратмағыҙ”, - тип башымды оҫта эшкәртте.
Миңә отошло шарттарҙа кредит алып, булған кредитымды ябырға тәҡдим иттеләр. Мин быға ризалыҡ бирҙем. Кеше миңә ярҙам тәҡдим итә тип шатландым. Шәхси мәғлүмәттәремде алып, аралашыуҙы “WhatsApp”ҡа күсерҙеләр. Миңә һылтанма ебәреп россельхозбанктан 445 мең һумлыҡ кредит алған булғандар. Артабан “Иң яҡын банкка барып, аҡсағыҙҙы сисеп, ниндәйҙер счетҡа һалып ҡуйығыҙ”, - тинеләр. “Сәғәт киске етәлә банктар ябыҡ”, - тигәс, “Иртәгә шылтыратырмын”, - тип трубканы һалды.
Тап ошо көндө минең пенсиям килде.

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас