Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
19 Августа 2023, 09:41

Сама белегеҙ

Был донъяла асыҡ ауыҙ булһаң, ғүмере буйы алданып тик йөрөрһөң.

Сама белегеҙ
Сама белегеҙ

Заман үҙгәрә тора, асығауыҙҙарҙы алдау ысулдары ла үҙгәрә тора. Туғаның ДТП-ға эләкте тип, банкта кемдер һинең өсөн кредит юллай, тиҙ генә кодыңды әйт тип тә шылтыраталар, инвестицияға аҡсаңды һал, килем бик ҙур буласаҡ тип тә күҙгә ҡарап, артыңа тибәләр (бер ҙур ғына түрә лә хатта һемәйгән: 650 мең һумын ошо "инвестицияға" һалған). Маҡсаттары бер: "артыҡ" аҡсаңды нисек тә тартып алыу, көпә-көндөҙ, бар ғаләм алдында ыштаныңды һалдырыу.
Мавродинан ҡотолдоҡ тиһәк тә, үҙе үлһә лә, беҙгә юлын ҡалдырған тигән ише, пирамидалар төҙөү һаман дауам итә - 100 мең һумыңды алып кил, бер айҙа 15 мең һум килем алырһың, талап бер: 100 мең һумын алып килергә әҙер, үҙең һымаҡ алйотораҡ булған тағы бер нисә кешене эйәртеп кил.
...Ватсапҡа күстеләр. Нимә-нимә, уға уҡ барып етмәҫтәр тип уйлай инек тә баһа.
Хакимиәттә эшләгән бер ҡатын кисә яҙа (скрин фотола). Иртәгә тиклем 48 мең һум бирә алмайһыңмы? Минең турала бик яҡшы уйлай икән был апай тип, тәүҙә ҡыуаныс кисерҙем (50 меңгә яҡын сумманы, ыһ та итмәй, сығара ла һала алырҙай кеше), шунан икенсе уй килде. Хакимиәттә арыу түләйҙәр ҙә инде. Етмәһә, был апай Аҡ йортта иҙән йыуып йөрөмәй, начальник. Ошо дәлил генә туҡтатты - алдайҙар!
Юрый, теге оста ултырғанды дәртләндереп, әйҙә, күсерәм тип яҙа башланым. Аңланы ахры, башҡаса өндәшмәне.
Ысын телефон номеры хужабикәһе үҙе лә, күпмелер ваҡыт үткәс, асыҡлыҡ индерҙе: мине емерҙеләр. Шулай ҙа бер кеше 50 меңен күсереп өлгөргән икән, бына бай һиңмай.
..."Хөрмәтле" әҙәм алдаусылар! Беҙҙе алдар булһағыҙ, бик ҙур сумманы ҡапыл һорамағыҙ. Мәскәүҙә йәшәмәйбеҙ, хакимиәттә эшләмәйбеҙ. Себергә лә йөрөмәйбеҙ. Саманы белеп, тормошто аңлап һорағыҙ, бәлки, ышанырбыҙ. 

Автор:
Читайте нас: