АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
16 Декабрь 2023, 10:58

Юл аҙаптары

Күрмәгәнде күрһәтә был Таймаҫ юлы. 

Юл аҙаптарыЮл аҙаптары
Юл аҙаптары
Кем йөрөмәгән, шул белмәй, ни йәйен йүнле түгел, ни ҡышын. Әллә ниндәй ҡәһәр һуҡҡан ер һымаҡ. Күпме бәлә-ҡаза күрһәтте был юл. Бына әле лә...
Ныҡ тайғаҡ. Ҡыш етһә лә, соҡорҙары шул көйө, иҫән-һау яталар. Кәлейәләре. Китеп барһаҡ, күҙ алдына бер машина, уңлы-һуллы бәүелеп, ситкә осто. Тиҙ генә яндарына барҙыҡ- иҫәндәрме?
Машина эсендә икәүҙәр, ҡобаралары осҡан, доға уҡып ултыралар. 
- Ярар, барыһы ла һәйбәт тә, машина ла теүәл, үҙегеҙ ҙә бөтөн. 
Бындай осраҡта йыуатыу кәрәк, аҙағы әллә ҡалай, бигерәк насар бөтөүе ихтимал ине. 
Бер заман янға әллә нисә автомобиль йыйылып китте. Ялсыҡай, Таймаҫ кешеләре. Тиҙҙән маршрут автобусы ла туҡтаны. Калина тиһәң дә, сығарып булмай ҙа ҡуя. Береһе тартып ҡарай, икенсеһе. Ахырҙа, бер дәртле егет рулгә үҙе ултырҙы. 
- Ҡана, ағайҙар. 
Рәтен белә икән, тура, аҫҡа табан, төштө лә китте. Зыйылдатып, алға-артҡа биреп, ҡар бураны туҙҙырып, машинаны тәки юлға алып сығарып ултыртты. Шумахер. Рәхмәт тә рәхмәт тиешеп таралыштыҡ. Калина алға елде. Елде ти, яйлап ҡына, ҡурҡа-ҡурҡа ҡуҙғалды. Ярар, тише едешь, дальше будешь. Юғиһә, Лена ауылы боролошонда ла берәү барып сумған, эҙҙәре ята. Тимәк, үҙе сыға алған, тимәк, барыһы ла һәйбәт. 
Ә бына Подземгаз янында... Камаз берәүҙе бәргән. Теге бахыр машина юлдан ситкә осҡан, ныҡ зыян күргән, ГИБДД килгән. Доға уҡып үттек бынан да. Машина эсендәгеләр иҫән генә була күрһен ине. 
Автор:
Читайте нас