АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
22 Ғинуар 2024, 06:14

Һыйыр һатам тип

Аҡсаһыҙ ҡалған.

Һыйыр һатам типҺыйыр һатам тип
Һыйыр һатам тип

Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылында йәшәгән бер инәй үткән аҙнала һәүкәшемде һатам тип иғлан бирә. Иғлан буйынса шылтыратыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килмәй, шунда уҡ өндәшәләр: һыйырығыҙҙы бер кемгә лә һатмағыҙ, үҙебеҙ алабыҙ, бына һеҙгә задаток, ун мең һум. Эштең былай ыңғай китеүенә ҡыуанған инәй шатлығынан нимә эшләргә белмәй, уялыҡты онота. Торараҡ һыйыр алырға теләгәндәр йәнә шылтыратып, ҡырҡ һүҙгә етеп, инәйҙең картаһы тураһында мәғлүмәт ала. Ә бит яңыраҡ ҡына полиция хеҙмәтҡәре ауылдарына килгәйне, әллә нисә мәртәбә киҫәтте: теләһә кемгә ышанмағыҙ, улай-былай шик тыуһа, беҙгә хәбәр итегеҙ. Ана һөтө менән инмәгәнде... Тарихтың аҙағы күңелһеҙ - инәйебеҙ 460 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. 

Автор:
Читайте нас