Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
4 Апреля , 09:05

Полиция пенсионер ҡатынға аҡсаһын кире ҡайтарған

Күмертау ҡалаһында йәшәгән 65 йәшлек ҡатын полицияға мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Полиция пенсионер ҡатынға аҡсаһын кире ҡайтарған
Полиция пенсионер ҡатынға аҡсаһын кире ҡайтарған

Рәсәй Эске эштәр Министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлегенә 65 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Пенсионер ҡатынға ҡала телефонына ҡот осҡос хәбәр менән шылтыраталар. Йәнәһе, уның яҡын туғанының ҡылығы арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһы була, һәм зыян күреүселәргә дауаланыуға аҡса кәрәк. Әгәр ҡатын аҡса тапмаһа, ғәйепле кеше –уның туғаны - язаһын аласаҡ.
Пенсионер ҡатын 100 мең һум самаһы аҡса йыйып, уны килгән курьерға бирә. Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсене асыҡлай. Ул быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 26 йәшлек ҡала кешеһе булып сыға.
Ҡулға алынған мәлдә енәйәтсе ҡулаҡсаны картаға һалып өлгөрә, әммә уны үҙенең яллаусыларына ебәрергә өлгөрмәй. Полиция хеҙмәткәрҙәре урланған аҡсаны ғәйепләнеүсенән тартып ала һәм пенсионерға кире ҡайтара.
65 йәшлек ҡатын Рәсәй Эске эштәр Министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәренә тупланған аҡсаһын кире ҡайтарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Пенсионер ҡатын менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙеләр һәм мутлашыуҙың бөтә мөмкин булған ысулдары тураһында һөйләнеләр. Ул үҙ сиратында уяу булырға һәм башҡаса мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләкмәҫкә вәғәҙә итә.
Был мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:
Читайте нас: