Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
5 Апреля , 07:54

Оло һыуҙың оло бәләһе

Яҡут аша юл ябыҡ.

Оло һыуҙың оло бәләһе
Оло һыуҙың оло бәләһе
Был хәл - күперҙәрен һыу баҫыуы - йыл да ҡабатлана, шуға урындағы халыҡ бик аптырап бармай, оло ергә сығырға кәрәкһә, Красный Маяҡ аша һыпырта. Шулай уҡ Ҡалта күпере аша ла сығырлыҡ түгел, һыу урынына ҡайтҡансы өйҙә генә ултырып торорға, бик булмаһа, урау юлдан йөрөргә тура киләсәк.
Яҡшымбәттән Октябрьский яғына киткән (Баба, Көйөргәҙе ауылдары яғына) юл өҫтөнә һыу сыҡҡан. Былтыр ғына түшәлгән асфальт аша ағып ята. Ярар ҙа асфальтты йыуып бөтөрмәһә. Ә тулайым алғанда, районда оло һыуҙың касафатын юлдар, күперҙәр генә күрә, кешеләргә, йорттарға әле зыяны тейгәне юҡ тип белдерҙе беҙгә  Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте. 
Автор:
Читайте нас: