Беҙҙе Бөгөлсән халҡы ошолай тип ҡаршы алды. Төнгә ҡарай һыу килә башланы. Бер нисә сәғәттә биш метрға яҡын күтәрелде. Беҙҙе был бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаһындар, әйтегеҙ әле.
Бер төндә 12 йорт ишек алдына һыу кергән, өйҙәргә инмәгән, әммә кешеләр мөлкәттәрен машинаға тейәй башлаған.
Төндә бында, әлбиттә, ҡотҡарыусылар дежур иткән, район башлығы вазифаһын башҡарыусы ла булған. Ленин ауылы биләмәһе башлығы В. Галактионов ҡына бик бошмай: туҡһанынсы йылдарҙа бынан да хәтәрерәк булды, бер беребеҙгә ҡунаҡҡа кәмәлә йөрөнөк.
Эвакуация тигәндә, кешеләрҙең бер ҡайҙа ла ҡуҙғалғыһы килмәй.
- Һыу кәмей башламаҫмы икән?
- Әллә... Артмаһа әле, өҫтән, Йомағужа һыуһаҡлағысынан, ебәрәләр ахры һаман.
Хәлдәр Бөгөлсәндә әле шулай. Нисек булһа ла, Ағиҙел ярһыуынан туҡтар, кешеләрҙең дә күңеле тынысланыр тип өмөт итәбеҙ.