АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
26 Август 2024, 04:22

Яманһарыла йорт янған

Бәхеткә, оло ҡаза юҡ. 

Яманһарыла йорт янғанЯманһарыла йорт янған
Яманһарыла йорт янған
Үткән шишәмбе таңы Яманһары ауылы өсөн бик хәүефле таң була. 
Ауылдың бер йорто янып китә. Ярар әле ошо уҡ урамда йәшәүселәр утты күреп, тиҙ арала саң ҡағып өлгөрә. Бахмут ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү дружинаһы етеҙ килеп етә  - ут йортто тулыһынса ялмап өлгөрмәй. 
Баҡһаң, йорт хужаһы аш бешереү бүлмәһендә бер үҙе кәйеф-сафа ҡороп ултырған, тәмәкеһен дә ошонда уҡ тартҡан. Янғындың сәбәбе тап ошо тәмәкелә булған тип фараз ителә. Егетебеҙ, иҫерек булһа ла, ҡасып өлгөргән, әммә тәне янған. Уны дауаханаға алып китәләр, әммә ул унда оҙаҡ тотҡарланмаған - ҡайтып киткән. 
Автор:
Читайте нас