АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
26 Ноябрь 2024, 04:54

Холодный Ключҡа барғанда...

Ни ғәләмәттер, ҡыш етә башлау менән, юлдарға ныҡлап тотондолар. 

Холодный Ключҡа барғанда...Холодный Ключҡа барғанда...
Холодный Ключҡа барғанда...
Мәҫәлән, кисә Молокандың соҡорло участкаһына ҡырсын алып килеп ауҙарҙылар. Һуң, ҡараңғы төшкәс кенә (беҙ унда булдыҡ, йөк машиналары һуңлап килде, уларын да 4 көнгә генә биргәндәр ҡырсын ташыр өсөн, шуға шулай килеп сыҡты тип аңлатты беҙгә юлсылар).
Холодный Ключ юлына ла һала башлағандар икән. Дөрөҫөрәге, килтереп түккәндәр ҡырсынды, быныһы һәйбәттер ҙә, әммә ҡараңғыла ҡырсын өйөмдәре күренмәй. Бер машина, ана, өҫтөнә менеп киткән.
Автомобилселәр, күҙгә төртһәң дә күренмәй торған мәлдә, төндә, эңерҙә, абайлап барығыҙ, фотолағы водитель хәленә ҡалмағыҙ.   
Автор:
Читайте нас