Төнгө икеләр самаһында ауылда ут сыға. Был мәлдә йорт хужабикәһе бер ни белмәй йоҡлап ятҡан була. Ярар, ауылдаш бер ир төтөндө күреп, тиҙ генә кереп, ҡатынды уятып алып сыға. Һөҙөмтә бик үкенесле: йорт, мунса, һарай янып бөткән.