Бөтә яңылыҡтар
10
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
9 Апрель , 12:10

Украин ойошмалары ячейкалары ағзаларын хөкөм итәләр

Кешеләрҙе һеҙ изге эш башҡараһығыҙ, тип ышандырғандар, ә ысынбарлыҡта уларҙы Украина ҡораллы көстәренә ярҙамға аҡса ебәреүгә йәлеп иткәндәр. Федераль именлек хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда беҙҙең илдә тыйылған ячейкаларҙың эшмәкәрлек алып барыуын асыҡланы

Кешеләрҙе һеҙ изге эш башҡараһығыҙ, тип ышандырғандар, ә ысынбарлыҡта уларҙы Украина ҡораллы көстәренә ярҙамға аҡса ебәреүгә йәлеп иткәндәр. Был хәл уларға ҡарата енәйәт эше асыу менән тамамланған. Деструктив украин хәрәкәттәренең нисек итеп граждандарҙың аңын бутарға маташыуы тураһында Әнүәр Әсләмовтың репортажында. "Финанстар – ул орлоҡ. Финанстар – ул асылда рухи донъяны юҡҡа сығарыусы". Юрый ғына ҡиммәтле күҙлеген күрһәтергә теләгән кеүек ҡыланған был ир-егет вәғәзсенән бигерәк бизнес-тренерға нығыраҡ оҡшаған. Үҙен ғорур рәүештә апостол тип атаған Владимир Мунтян протестантизмды тарата. Әммә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә хупланмаған "Возрождение" бөтә украин рухи үҙәге" ойошмаһы, яңынан-яңы адепттарҙың аңын томалап, башлыса үҙенең рухи лидерҙарын байытыу менән шөғөлләнә ахыры. Шулай уҡ беҙҙең илдә лә. Ә һуңынан кешеләрҙе рухи батырлыҡ яһарға – аҡса күсерергә саҡыра. "Әгәр һин Аллаһ теләгән нәмәне сәсһәң, ул һиңә бүләктәр яуҙырасаҡ". Украин ойошмалары бер ҡатлы ышаныусан кешеләрҙе, айырыуса хаҡлы ялдағыларҙы кредит алырға мәжбүр итеп, уларҙан аҡса ала. Йәнәһе, хәйриә эшмәкәрлегенә йүнәлтәләр, ә ысынында Украина ҡораллы көстәренә ярҙам итәләр. Мәҫәлән, күптән түгел Владимир Мунтяндың фонды Киев өлкәһендәге һуғыш ветерандары госпиталенә телевизорҙар, кер йыйыу машиналары, юрғандар һәм быҡтырылған ит тапшырған. Беҙҙең илдә хупланмаған тағы бер ойошма – "АллатРа" халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәте. Ул үҙенең сәйәсәткә һәм дингә бәйле булмауын алға һөрә, әммә шул уҡ ваҡытта халыҡҡа деструктив тәьҫир яһай. Улар башлыса интернетта роликтар тарата. Мәҫәлән, бөтә селтәрҙе урап сыҡҡан бер видеола рептилоид Жаннанан үҙенсәлекле итеп күҙ ҡыҫыуын һорайҙар. Йәнәһе, был уның данлыҡлы анунактарҙан булыуын раҫлай. Ысынында иһә, "АллатРа"ла бик һәйбәт монтажсы бар. Интернет менән оҫта ҡулланыусылар емелдәгән күҙ ҡарашы булдырыу технологияһын күптән аңланы. Был ойошманың лидеры Игорь Даниловтың ялҡынлы телмәрҙәре артында ысын хәүеф йәшеренгән. Рәсәй суд эксперты, диндәрҙе өйрәнеүсе һәм теолог Александр Горюнов уның доктринаһының халыҡ-ара террор ойошмаһы идеологияһы менән оҡшаш булыуын билдәләй. Александр Горюнов, Рәсәй суд эксперты, диндәрҙе өйрәнеүсе: "Идеология йәһәтенән эшкәртеү һөҙөмтәһендә (үҙ инаныстарына ҡарап) кешеләр тулыһынса дәүләткә, Рәсәйгә ҡаршы юлға баҫыуы ихтимал. Был нимәлә сағылыуы бар? Бында һүҙ террористик ойошмаларҙы, Украинаның ҡораллы көстәрен финанслау тураһында ғына бармай, уларҙың дошман файҙаһына шпионлыҡ ҡылыу юлына баҫыуы ла мөмкин". Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бындай енәйәттәр осрап тора. Мәҫәлән, Федераль именлек хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфө янындағы Зубово ауылында йәшәгән кешенең өйөндә тентеү үткәреп, уның "АллатРа"ның китаптарын алыуын һәм ошо ойошманың ағзалары менән мессенджерҙа яҙышыуын асыҡлаған. Шулай уҡ ул яңы адепттар табыу менән шөғөлләнгән. Максим Родионов, Эске эштәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте начальнигы: "Шик аҫтына алыныусы республиканың 50-нән ашыу кешеһен ялған дингә йәлеп итергә өлгөргән. Шулай уҡ ул хәрәкәттең эшмәкәрлеген финанслауға тип аҡса йыйған һәм был ойошманың Украинала барлыҡҡа килеүен йәшермәгән. Йыйылған аҡсаны үҙенең етәкселәренә ебәргән. Оператив хеҙмәттәрҙең материалдарына ярашлы, Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһе тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта Эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәрҙәре тарафынан шик аҫтына алыныусының аралашсылары, шулай уҡ законға ҡаршы башҡа төрлө эшмәкәрлеге асыҡлана". Бынан тыш, "Возрождение" бөтә украин рухи үҙәге"нең Нефтекама, Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында, Баҡалы һәм Благовар райондарында булдырылған ячейкаларының эшмәкәрлеге туҡтатылған. Әлфиә Усманова, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығының БР буйынса рәсми вәкиле: "Возрождение" бөтә украин рухи үҙәге"нең Рәсәй Федерацияһында хупланмаған ойошма булыуын белә тороп, граждандар уның яҡлы булған "өй төркөмдәре"ндә торған һәм үҙәктең эшмәкәрлегенә ярҙам итеү өсөн үҙ теләге менән аҡса күсергән. Енәйәт эшендә ҡатнашыусыларҙың йәшәгән урындарында тентеү яһалған һәм баҫма әҙәбиәт, компьютер техникаһы, мобиль телефондар тартып алынған. Һигеҙ хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған". Рәсәйҙә хупланмаған сит ил йәки халыҡ-ара ойошмаларға финанс ярҙамы күрһәткән, аҡса йыйған өсөн дүрт кешегә ҡарата бер йыл да ике айҙан ике йылға тиклем шартлы рәүештә иректән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарылған. Республиканың бер кешеһе 240 сәғәтлек мәжбүри эштәргә йәлеп ителгән. Хоҡуҡ һаҡсылары иҫкәртә: социаль селтәрҙәрҙә украин сектанттары менән яҙышыу ҙа погонлы кешеләрҙең һеҙҙе тикшереүгә килеүе өсөн етди сәбәп була ала.

Автор:
Читайте нас: