Бөтә яңылыҡтар
Афәт
2 Июнь 2023, 09:35

Ҡасан яҡтырыр көндәр?

Был кис ҡараңғы булғайны.

Ҡасан яҡтырыр көндәр?
Ҡасан яҡтырыр көндәр?

Үтә һуң оҙатҡанға ла түгел, күңелдәрҙә яҡтылыҡ булманы. 2022 йылдың 29 сентябре кисе. Етмәһә, күк тишелгәнме ни, ямғыр туҡтамай яуҙы ла яуҙы, быныһы ла беҙҙең кәйефтәргә торошло ине.
Көҙҙөң был кисендә, башҡа егеттәр менән бергә (барыһы 40 егет китте ошо кистә), Салауатты ла оҙаттыҡ. Урынында тик тора алмағаны хәтерҙә. Бойоҡ күренмәне, хатта шаярып алырға ла өлгөрҙө.

Теге аҙнала ҡурҡыныс хәбәр алдыҡ - Салауатыбыҙ һәләк булған. Был турала ишеткәс тә, ҡаға-һуға ғына яҙҙыҡ. Исемен әйтергә тел барманы, бәлки, яңғылыш хәбәрҙер? Ҡыҙғанысҡа, яман яңылыҡ дөрөҫкә сыҡты.

Беҙҙең төркөмдә, Салауат Аҡһаровты һәм уның менән бергә киткән йәнә 39 егетебеҙҙе оҙатҡан пост аҫтына ошолай теләктәр яҙҙылар: 
Флюза Валиева:
- Наши бойцы - защитники, берегите себя!!!
Юлия Хатунцева:
- Возвращайтесь здоровыми. Пусть бог вас оберегает ,ребята наши Луиза Абукаева:
- Берегите себя! Возвращайтесь домой здоровыми!
Гузал Миннуровна:
- Балалар иҫән һау бәлә ҡазаһыҙ теүәл итеп йөрөп ҡайтығыҙ!!!

Әллә ҡараңғы, болотло күк ҡамасауланы - теләктәребеҙҙе асыҡтан-асыҡ ишетмәнеләр, адресатҡа барып етмәне...
...Салауат менән хушлашыу тәүҙә Күмертауҙа була, иртәгә, Еңеү паркында, аҙаҡ һалдатыбыҙҙы һуңғы төйгәненә алып ҡайтып ерләйәсәктәр - Ҡотлоюл ауылына. 
Салауаттың бөтөн туғандарының, балаларының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Күк көмбәҙебеҙ бер саҡ асылыр, көндәр яҡтырыр тип өмөт итәбеҙ. 
Автор:
Читайте нас