Афәт
13 Июнь 2023, 11:34

Уға 21 генә ине

Йәнә бер егетебеҙ һәләк булған.

Уға 21 генә инеУға 21 генә ине
Уға 21 генә ине

Тағы ла ҡайғылы хәбәр.

Әлегеләй матур йәйҙәргә, һәр иҫкән елгә, бәүелгән ботаҡҡа, ҡояшҡа үрелеп үҫкән сәскәләргә, атҡан таңға ҡыуанып ҡына йәшәр өсөн тыуа ла әҙәм балаһы! Йәшәүҙән туйып булмай тиһәләр ҙә, йәшәрен йәшәп, ашарын ашап, донъяның рәхәттәрен күберәк, оҙағыраҡ татып китергә тейеш тә баһа бәндә.
...Май айында уға 21 йәш тулған булған. Һәләк булған көнө 9 июнь. Әлегә мәғлүмәт ошо ғына, ҡалғаны һуңыраҡ булыр.
Мәрхүм егетебеҙҙең барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, балабыҙ, ғәфү ит.

Автор:
Читайте нас