Бөтә яңылыҡтар
Афәт
22 Июнь 2023, 12:44

Ауылҡайым! Уландарың ҡайта

Тимер табуттарға төрөнөп.

Ауылҡайым! Уландарың ҡайта
Ауылҡайым! Уландарың ҡайта

Ауылҡайым! Уландарың ҡайта
Тимер табуттарға төрөнөп.
Ауылдаштар илап ҡаршы ала,
Әсе күҙ йәшенә төйөнөп.

Ауылҡайым! Уландарың ҡайта
Кендек ҡаны тамған еренә.
Улар өсөн һин һаманда ғәзиз,
Һаман тере, һаман йәш кенә.

Ер – әсәбҙ тағы оран һалды,
Ҡара һөрөм зәңгәр күктәрҙә.
Ҡайҙан килеп сыҡты ошо әфәт,
Кемгә кәрәк һуғыш! Кемдәргә!

Иҫәр “Хохол” аңлай алмай микән,
Бейеүҙәрен кемдең көйөнә.
Ҡуштанланып АҠШ байҙарына,
Бәлә килтергәнен өйөнә.

Һуғыш барышы ла аңлайышһыҙ,
“Серле” һуғыш бара бер рәтһеҙ.
Украина! Ташла ҡоралыңды,
Тағы ҡалаһың бит милләтһеҙ.

Ауылҡайым! Уландарың ҡайта!
Ил алдында үтәп бурысын.
Изге ҡорбандар һуң кемгә кәрәк?
Әсә күҙ йәштәре ни өсөн?

Ауылҡайым, уландарың ҡайта.
Кәүҙәләре тимер табутта.
Күктәребеҙ аяҙ блһын өсөн,
Кисерҙе михнәттәр, керҙеләр утҡа.

Ҡорос һындар булып ҡалҡып сыҡһын,
Исемдәре мәрмәр таштарҙа.
Гөлләмәләр ятһын һәйкәлдәрҙә,
Яҙын, көҙөн, һалҡын ҡыштарҙа.

Ауылҡайым! Уландарың ҡайта!

Фәнир МАЛБАЕВ, Ермолаево ауылы

Автор:
Читайте нас