Әсәһе Лариса, атаһы Илдар Хәтмуллиндар менән Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжында бер ваҡытта уҡыныҡ, аралашып йәшәнек. Илнар бәләкәй сағынан сәхнәнән төшмәне, 2 йәшендә үк ата-әсәһе уға бейеү һалып, ҙур сәхнәләргә сығарҙы. Шул тиклем аҡыллы, мөләйем, тырыш һәм талантлы егет булды. Барлыҡ бейеүҙәрҙә лә солист булды, характерлы бейеүҙәрҙе ныҡ оҫта башҡарҙы. Юғалтыуҙар барыһы ла ауыр, әммә был юғалтыу бигерәк тә аяныслы булды, йәш, талантлы егетебеҙ әрәм булды. Ҡатыны, 4 айлыҡ балаһы йәтим ҡалды, ата-әсәһенең кисерештәре тураһында әйтеп бирерлек түгел. Бейеүсе егетебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға бөтә республика халҡы килде, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла булды. Илнар беҙҙең районыбыҙға ла килгәне булды, Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда, Күмертау ҡалаһында бейегән мәлдәре һаман хәтерҙә, шуға күрә уға, хөрмәт күрһәтеп, уны һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашыуым осраҡлы түгел...
Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто мөдире Венер Хәмитовтың егетебеҙҙе һуңғы юлға оҙатып ҡайтҡандан һуң әйткән һүҙҙәре бөгөн гәзиттә баҫылды.