Бөтә яңылыҡтар
Афәт
8 Август 2023, 11:28

Бәхилләшеү

Уға 44 кенә йәш ине.

Бәхилләшеү
Бәхилләшеү
Донъяның тәмен яңы ныҡлап белеп кенә, гөрләтеп, йәшәр саҡ - йәл, бөгөн уны һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Көйөргәҙе районы Ҡансыра ауылы егетен, Руслан Вәлиевты. Русландың үлем хәбәре ике аҙна самаһы элек үк килде (яман хәбәр тиҙ йөрөй), кәүҙәһен генә оҙаҡ көттөк һәм бына бөгөн, баштарҙы эйеп, күҙ ҡараштарын бер-беребеҙҙән йәшерергә тырышып, Руслан йәшәгән йорттоң ишеге алдында баҫып торабыҙ.
Былтыр сентябрҙә мобилизация менән киткәйне Руслан, аҙаҡ, быйыл, ялға ҡайтты, яуҙан ҡайтҡан һәр егетебеҙҙе ҡаршылаған кеүек ҡаршы алдыҡ, кире оҙатҡанда иҫәнлек теләнек, тик теләктәр бойомға ашманы. 
- Һәйбәт кеше ине, ярҙамсыл, туған йәнле, асыҡ булды - һәр телмәр тотҡан кеше (туғандары, коллегалары, ауылдаштары) ошолай тине. Табут янын ҡыҙыл ҡәнәферҙәр күмде, ошо сәскә төҫө, әйтерһең, бар донъяны ҡапланы ла ҡуйҙы - тирә-яҡ ҡыҙылға мансылды. 
Бәхил бул, Руслан, йәнең ожмахта булһын. Ҡатынын, туғандарын сабырлыҡтан айырмаһын.
Автор:
Читайте нас