Бөтә яңылыҡтар
Афәт
8 Август 2023, 12:06

Үкенес

Русланды һуңғы юлға оҙаттыҡ. 

Үкенес
Үкенес
Оҙаҡ ҡына һымаҡ тойолһа ла был ауыр сара, тиҙ генә үтте лә китте. Хәс беҙҙең ғүмер кеүек - күҙ асып йомған ара.  
- Руслан минән тепловизор һорағайны. Алып, ебәрҙек. Тепловизор барып еткән көн 22 июль булған. Яҙҙым: ебәрҙек, шулай-шулай, ҡабул итегеҙ. Руслан минең яҙғанды уҡыманы, өлгөрмәне... Үкенесле...- район башлығы Юлай Ильясов шулай тине, күҙҙәрен һөрттө. 
Өфөнән Ҡоролтай депутаты Валерий Шәрипов килгән. Ҡатыны менән балаларына Батырлыҡ миҙалын тапшырҙы. Табутты алып киттеләр. Әйтерһең, ғүмерҙең бер өлөшөн шулай, кире ҡайтмаҫлыҡ итеп, алып киттеләр...
Репортаж киләһе һанда баҫыла. 
Автор:
Читайте нас