Русландың ҡатыны, туғандары, ауылдаштары ғына түгел, бар илебеҙ өҫтөнә төшкән ҡайғыны артабан нисек күтәреп барырға? Уйҙар аңҡы-тиңке. Көнө, төшкә тиклем ваҡыт күп булһа ла, ныҡ ҡыҙҙыра, еле лә юҡ. Әллә шул ҡояш тәьҫир итте, баш зырлап әйләнә башланы, күҙ алды ҡыҙыл төҫкә буялды, табут янында ятҡан ҡыҙыл ҡәнәферҙәр, әйтерһең, бар донъяны баҫып алды.
Бәхил бул, Руслан. Ауыр тупраҡтарың еңел, урының ожмахта булһын. Барлыҡ туғандарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Репортаж киләһе һанда баҫыла.