Бөтә яңылыҡтар
Афәт
23 Сентябрь 2023, 11:39

Бәхил бул, Руслан

Беҙҙе ғәфү ит.

Бәхил бул, Руслан
Бәхил бул, Руслан
Бөгөлсән ауылында бөгөн Руслан Бикмурзин менән мәңгелеккә хушлаштылар. Руслан күптән түгел яуҙа һәләк булғайны. Бына, үҙенең һуңғы васыяты буйынса, уны тыуған ерендә ерләйҙәр. Бөгөлсәндә кем йәшәй, бөтөнөһө, бөгөн яҡташтары менән хушлашырға сыҡты. Илаусылар күп булды, ауыл башлығы  В. Галактионов һүҙен дә йүнләп әйтә алманы, һығылып төштө. Сығыш яһаусыларҙың күбеһе егеттән ғәфү һораны, ата-әсәйең балаһыҙ, ҡатының тол, балаларың йәтим ҡалғаны өсөн тинеләр. 
Беҙ Зәйтүнә апай, Зөлфәт абзый, Оксана һәм балаларының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ауыр тупрағың еңел булһын, Руслан һәм ғәфү ит.
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.
Автор:
Читайте нас